Рәсәйҙә автомобилдәрҙе тәбиғи яғыулыҡҡа күсереү юлдары барлана. Был программа экологтар ҙа ғына түгел, ә төбәк етәкселегенең дә айырым иғтибарында. Нимә отошло, газ яғыулығы мы, әллә бензин – соляркамы? Роберт Хөсәйеновтың такси машинаһы газ ҡоролмаһына йыл самаһы элек күсерелгән. Водитель үҙ транспорты менән көнөнә 600 саҡрымдан ашыу юл үтә. Элек эшләгән аҡсаһының күпселек өлөшө бензингә киткән, шуға хужа автомобиленә газ ҡорамалын ҡуйған.Машинаны газ ҡорамалы менән йыһазландырыу таксистка 30 мең һумға төшә. Автоһәүҫкәр әйтеүенсә, газ ҡоролмаһы хаҡын бер-нисә көндә үк ҡайтарған. Мәҫәлән, әгәр ҙә өс төрлө яғыулыҡты сағыштырғанда, иң арзаны һәм экологик яҡтан таҙа булған ул – метан. Тик, ҡыҙғанысҡа, республикала газ һалыу станциялары һанаулы ғына.Транспортты газ яғыулығына күсереү мәсьәләһе тураһында илдең бөтә төбәктәренән йыйылған эксперттар ҙа фекер алышты. Хәҙер Рәсәйҙә етештерелгән еңел автомобилдәр газ ҡорамалдары менән заводта уҡ йыһазландырыла башлаясаҡ. Чиновниктар билдәләүенсә, ундай машиналарҙың хаҡы, бензин менән эшләгән автомобилдәрҙән артыҡ ныҡ айырылмай. Газ-мотор яғыулығында эшләгән транспорттың төп өҫтөнлөгө- ул экологик яҡтан таҙа транспорт. Республикала газ менән эшләгән 4000-дән ашыу транспорт бар.Был яғыулыҡты бензин менән сағыштырағанда ул ҡулланыусыларға 3 тапҡырға арзаныраҡҡа төшә. Тик ҡыҙғаныс, Башҡортостанда газ ҡойоу станциялары бик аҙ. Төбәктәге метан менән эшләгән дүрт мең машина — ул республикалағы бөтә траноспорттың ни бары 0,4% ғына. Әлегә иһә бындай яғыулыҡ маршрут автобустарына күберәк ҡуйылған.
Газ яғыулығымы әллә бензинмы?
Тулыраҡ: Газ яғыулығымы әллә бензинмы?