Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа температураһының -20 градусҡа хәтлем түбәнәйеүе һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә. Бөгөн көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә урыны менән 20 градусҡаса һыуыта. Идаралыҡта автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлдарҙа томан һәм боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртәләр.
Төндәрен һыуыта
Тулыраҡ: Төндәрен һыуыта