Ҡурай көнөнә - Ватан һаҡсыһынан яңы клип!

Клипты "Башҡортостан 24" телеканалында күрһәтәсәктәр.

Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнә. Ошо датаға арнап, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Фларид Бирғәлин яңы клип сығарған. Уның премьераһы бөгөн, 10-сы октбярҙә, «Башҡортостан 24» телеканалында 18 сәғәт 10 минутта һәм 20 сәғәт 50 минутта була.