Башҡортостанда һауа торошона бәйле Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы ябылған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса сикләү бөтә төр транспортҡа ҡағыла.
Башҡортостанда һауа торошона бәйле Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы ябылған

Ҡар яуып, боҙлауыҡ барлыҡҡа килеү сәбәпле, Архангел һәм Белорет райондарында автомобиль юлы көндөҙгө сәғәт икегә тиклем ябылды, ваҡыт оҙайтылыуы ла ихтимал. Ҡотҡарыусылар руль артында һаҡ булырға саҡыра.