Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән, үҙ хеҙмәте, уңыштары, һөҙөмтәләре менән республика данын күтәргән, кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртҡан, мәҙәниәтен танытҡан, иҡтсадын нығытҡан кешеләргә дан һәм хөрмәт күрһәтеү был байрамдың матур йолаһы. Уға тоғро ҡалып йомала Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм яҡташтарыбыҙға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика башлығы хеҙмәт алдынғыларының дөйөм уңыштарына ла, һәр хеҙмәткәрҙең айырым ҡаҙанышына ла юғары баһа бирә.
Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һөнәри яҡтан юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән 8 тиҫтәнән ашыу кеше, тағы ла хеҙмәт династияларын танытҡан ватандаштарыбыҙ Башҡортостандың үҫешенә тос өлөш индереп кенә ҡалмай, төбәктең киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һала улар.
Республика көнө алдынан фиҙаҡәр хеҙмәтеңә юғары баһа алыу ҡәнәғәтлек тойғоһо ғына түгел, оло яуаплылыҡ һәм башҡалар өлгөһөнә ҡарап алдыңа яңы бурыстар ҡуйыу. Бүләкләнеүселәрҙең һәммәһе ошо фекерҙе хуплай.







