Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы хәбәр итте.Бөгөн республикала айырым райондарҙа 20 градусҡаса һыуытты. Синоптиктар ҡар яуасаҡ, тип тә иҫкәртә. Бер йылытып, бер һыуытыу сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Шуға иртәләр менән айырыуса һаҡ булырға, билдәләнгән тиҙлекте һаҡларға тәҡдим итә юл инспекторҙары.
Яҙ көттөрә
Тулыраҡ: Яҙ көттөрә