Сүриәлә поездар хәрәкәте тергеҙелгән. Платформалар емерек булһа ла, һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр Джабрин станцияһынан Алеппоға тәүге поезд ҡуҙғалған.
ОПЕК хисабынан һуң нефткә хаҡтар төшә башлаған. Брент маркалы нефть 2 процентҡа арзанайған. Нефть картеле быйыл нефткә һорау тәүлегенә 1 миллион баррелгә артыр, тип фаразлай. Ҡушма Штаттарҙа ла ҡара алтын запастары күҙаллағандан күпкә юғары булып ҡала.
Керчь ҡултығы аша күпер төҙөүҙә Рәсәйҙән 180 компания ҡатнаша. Әле бында күперҙең автомобилдәр йөрөйәсәк өлөшөндә таяуҙарҙың 70 проценты ҡағылған. Сентябрҙә асфальт түшәү башлана.
Кейптаунда көслө ел сәбәпле велоуҙыштар туҡтатылған. Спортсылар хатта велосипедтарынан ҡолаған. 35 мең спортсы хәҙер һауа шарттарының көйләнгәнен көтә.
Индонезияла фермерҙар үҙенсәлекле ҡаршылыҡ акцияһы үткәргән. Улар аяҡтарын цементҡа ҡатырып хакимиәттәрҙең цемент заводы төҙөү тураһындағы ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдергән.