Быйыл республикала 200 саҡырымдан ашыу юл төҙөкләндереләсәк

Тулыраҡ: Быйыл республикала 200 саҡырымдан ашыу юл төҙөкләндереләсәк

Быйыл республикала 200 саҡырымдан ашыу юл төҙөкләндереләсәк.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Күгәрсен районында Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлын һәм Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында Таҙтүбәгә тиклем 61 километр оҙонлоҡтағы Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлын төҙөкләндереү ҡаралған. Бынан тыш, ундан ашыу районда ауылдарға инә торған юлдар төҙөләсәк.