Бөгөн Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
Ул хәүефһеҙлеккә, һайлау мөмкинлегенә, һатып алынған әйберҙе алмаштырыуға һәм үҙ мәнфәғәтеңде яҡлауға хоҡуҡты билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында халыҡты ҡабул итеү ойошторолдо. Унда кешеләр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Тәжрибә күрһәтеүенсә, кешеләр сәнәғәт тауарҙары сифатына һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәргә күп зарлана. Элегерәк халыҡ аҙыҡ-түлектең сифаты буйынса борсолоу белдергән.