Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Мюнхен прокуратураһы Фолксваген концернының бүлексәһе-Ауди компанияһының баш идаралығында тикшереүҙәр башланы. Ауди етәкселеге мутлашыуҙа ғәйепләнә. 2009-2015 йылдарҙа Америкаға дизель двигателле 80 мең машина һатылған. Уларҙа һауаға бысраҡ матдәләр сығарыуҙы аҙайтып күрһәтеүсе программалар ҡуйылған булған.

Ҡытайҙа иҡтисади үҫеш аҡрынайған. Шул уҡ ваҡытта илдә төп фондтарға инвестициялар ҙа кәмегән. Ҡытай донъялағы иң ҙур илдәрҙең береһе. Унда иҡтисад үҫеш туҡтаһа, был башҡа бик күп илдәрҙә лә сағылыш таба.

Израильдә фейервектар һаҡланған келәт шартлаған. Ике кеше һәләк булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙе имен урынға күсереп өлгөргән.

Украина Донбасс менән транспорт бәйләнешен өҙҙө. Ил президенты Петр Порошенконың был ҡарарын радикалдар хуплап сыҡҡан. Рәсми Мәскәү һәм Берлин Киевтың был аҙымына борсолоу белдереп сикләүҙәрҙе тиҙ арала алырға саҡырҙы.

Халыҡ-ара кимәлдәге бик күп ярыштар, форумдар үткән Ҡазан ҡалаһында сүп-сар менән тулған ҡайһы бер урамдарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре түгел, аҡҡоштар йыйыштыра башлаған. Ошо туралағы видео интернетта киң билдәлелек алды.