Башҡортостан Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшө буйынса икенсе урынға сыҡты.
Был күрһәткестәр ҡыуандырырлыҡ булһа ла, Федераль монополия хеҙмәтенең төбәк идаралығы был факттарҙа етешһеҙлектәрҙе лә асыҡлай. Һандар юғары, ә күп ҡатлы йорттар төҙөү өсөн биләмәләр законһыҙ бүленгән булыуы ихтимал. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин яҙмаһында. Монопоияға ҡаршы федераль хеҙмәттең республикалағы идаралығы бөгөн ҙур етешһеҙелктәр асыҡлаған. Республика райондары-ҡалаларының рәсми сайттарында күп ҡатлы йорттар төҙөү өсөн аукциондар уҙғарыу тураһында мәғлүмәтте бөтөнләй урынлаштырмай. Был хәл Өфө, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм башҡа ҡалалрға хас. Хәлдәр Нефтекамала айырыусы ҡатмарлы. Инвесторҙар йә иһә төҙөүсөләр Башҡортостан ғына түгел, ә федераль ҡанундарға ла ҡолаҡ һалмай. Бөгөн төп бурыс – аҡса эшләү. Торлаҡҡа хаҡтарҙың юғары булыуын иҫәпкә алғанда, законһыҙ ер биләмәләрендә төҙөлгән бер генә йорт миллиардтарса һум табыш килтерә. Бөгөн төп мәсьәлә ер биләмәләрен законһыҙ үҙләштереү генә түгел, ә иң ябай ҡағиҙә – аукциондарҙың дөрөҫ үткәрелмәүе. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, алты ер бүлеменә дәғүә итеүселәрҙән берәр генә ғариза алынған. Тимәк, улар алдан уҡ төҙөлөш майҙандарын һайлап алған, тигән фаразда монополияға ҡаршы идаралыҡ вәкилдәре. Сибайҙа иһә хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ. Аукционға ҡуйылған ер биләмәһе һатыуға сығарылмаҫ элек үк, был майҙанда бөтөнләй аукционда ҡатншмаған фирма йорт төҙөй башлаған. Проблемалар бының менән генә бөтмәй. Күп ҡатлы йорттар төҙөү өсөн ауциондар тураһындағы мәғлүмәттәр булмаһа ла, башҡа обьекттар, мәҫәлән, сауҙа үҙәген сафҡа индереү тураһындағы иғландар бихисап. Төҙөлөш компаниялары вәкилдәре быны урындағы башҡарма власть органдары, йә иһә үҙ мәнфәғәтен, тимәк, үҙ кеҫәһен ҡайғыртҡан етәкселәр ҡылығы, тип баһалай. Монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәте иһә бөгөн аукциондар тураһындағы рәсми мәғлүмәтәрҙе даими урынлаштырыу кәрәклеген талап итә.