Республика кооперативтары быйыл 3 миллион 800 мең тонна иген йыйып алған. Һандар былтырғы менән сағыштырғанда 500 мең тоннаға тоннаға күберәк. Был һандар дүшәмбе кәңәшмәһендә аталды. Ә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тармағы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш Өфөлә 7-се ноябрҙә үтәсәк. Ултырыш һәм унда ҡаралған төп мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин сюжеты. Кәңәшмәлә ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе, әлбиттә, Стәрлетамаҡтағы ғәҙәттән тыш ваҡиға. “Авангард” заводындағы шартлау. Һөҙөмтәлә, предприятиелағы 3 хеҙмәткәр һәләк булды. Мәрхүмәләрҙең барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар. Башҡортостан башлығы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау, ҡазаға тарығандарға ярҙам итеүҙең барлыҡ юлдарын күреү кәрәклеген белдерҙе.Оператив ултырышта иғлан ителгән статистика мәғлүмәттәренә туҡталғанда, уҙған аҙнаның айырым рекорды тураһында әйтергә кәрәк. Башҡортостанда бер-нисә көндә теркәлгән аварияларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ә әлегә халыҡты борсоған бер һорауҙы тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Башҡортостанда йылытыу миҙгеле старт алһа ла, ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙә мәсьәлә тейешенсә хәл ителмәгән. Граждандарҙан алынған мөрәжәғәттәр ошо турала иҫбатлай. Йылытыу миҙгеле яңы башланһа, ураҡ кампанияһы аҙағына яҡынлай Башҡортостанда. Республика бөгөнгә 3 миллион 800 мең тонна ашлыҡты ырҙын табаҡтары һәм элеваторҙарға ташыған. Күрһәткестең хәҙер артыҡ үҙгәреүе көтөлмәй. Тимәк, субьект икмәкһеҙ ҡалмай. Бынан тыш, республиканың бөгөн миллион тонна арыш-бойҙайҙы ситкә һатыу мөмкинлеге бар. Башҡортостанда “Сәләмәтлек поездары” эше йомғаҡтары ла иғлан ителде. Апрелдән сентябргә тиклем республиканың төп клиникалары, район һәм ҡала дауаханалары табиптарынан торған күсмә бригадалар 356 ауылда булып, тиҫтәләрсә мең тикшереү үткәрҙе. Һөҙөмтәлә, 4 меңдән күберәк пациентта яман шеш, шәкәр диабеты, туберкулез ауырыуҙары өлгөләре табылған.Әлбиттә, Башҡортостандың һәр ауылында дауахана төҙөү мөмкин түгел. Шуға ла, республика башлығы ошондай кампанияларҙың һөҙөмтәле булыуын иғтибарға ала. Республикалағы “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ла маҡсаттарына өлгәшкән. Быйыл, мәҫәлән, 4 мең ҙур ағас, 40 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртылды. Субьктта яңы аллеяларға нигеҙ һалынды, ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы – үҙгәрештәр билдәһе. Республика башлығы Радий Хәбиров бөтә субьектҡа Нефтекама менән Өфөнө өлгө итеп ҡуя. Сөнки, ҡайһы ваҡыт, ултыртылған ағастар тамыр ебәрә алмай. Тимәк, был аҡсаны елгә осороу тигән һүҙ. Башҡортостандың хәҙер һәр бер район һәм ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар берлеге төҙөләсәк. Республика етәксеһе әйтеүенсә, урындағы хакимитәттәр башлыҡтары ошо мәсьәләгә иғтибарҙы кәметмәҫкә тейеш. Ә бына ноябрҙең 11-се көнөндә Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осраша. Тап ошо көндә Башҡортостан башлығының субьект парламентына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе иғлан ителә.
Башҡортостандың ауыл хужалығында рекорд
Республика кооперативтары быйыл 3 миллион 800 мең тонна иген йыйып алған.






