Республика башлығы Өфөгә концерт менән килгән Егор Крид менән осрашты

Радий Хәбиров музыкантҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе тураһында хәбәр итте
Республика башлығы шулай уҡ йырсының ижадын юғары баһалап, тамашасыларға ихтирамлы булыуын билдәләне. Музыкант үҙ сығыштары менән артабан да республика халҡын шатландырыр, тигән ышаныс белдерҙе. Егор Крид әйтеүенсә, Өфө уның өсөн айырым мәғәнәгә эйә. Баҡтиһәң, ул бәләкәй саҡынан уҡ Өфөгә йыш килә икән.