Өфөлә техниканың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеген тикшерҙеләр

Өфөнөң Ленин районын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт нигеҙендә диспетчер хеҙмәттәренең, ҡар таҙартыу техникаһының көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерлеге баһаланды.

Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов менән берлектә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы, Өфөнөң дәүләт техник күҙәтеүе, юл инспекторҙары, Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ Һәм төҙөкләндереү идаралығы вәкилдәренән торған махсус комиссия барлыҡ техниканы ентекләп тикшерҙе. Өфөнөң Ленин районында көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләү өсөн 33 берәмек коммуналь техника бар. Белгестәр уларҙы бар йәһәттән тикшерҙе, яҡтылыҡ приборҙарының һәм хәрәкәт итеү системаһының төҙөклөгөн ҡараны. Районда бар техника яҡшы хәлдә һәм ҡышҡы миҙгелгә әҙер.