Республика башлығы Виктор Золотов менән осрашты

Республика башлығы Мәскәүҙә Рәсәйҙең милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры, Рәсәй Геройы, армия генералы Виктор Золотов менән осрашты.

Унда Башҡортостан биләмәһендә именлек тәьмин итеү һәм төбәк властарының көс ведомстволары менән берлектәге эшмәкәрлеге тикшерелде. Осрашыуҙа шулай уҡ махсус хәрби операция шарттарында Росгвардияның Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальондарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Виктор Золотов Росгвардия бүлексәләренә даими ярҙам күрһәткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика халҡының именлеген, тотороҡло хәл тәьмин итеүҙә милли гвардия ғәскәрҙәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.