Троллейбус һәм электробус моделдәрен һынау башланды

Республиканың баш ҡалаһында яңы троллейбус һәм электробус моделдәрен һынау башланды.
Уларҙы Өфө трамвай-троллейбус заводы белгестәре әҙерләгән. Заманса троллейбус Минск автомобиль заводы менән берлектәге хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Тиҙҙән ҡала электробусы Санкт-Петербург юлдарына сығасак. Троллейбустың ток ҡабул итеү өлөштәрен контакт селтәренә ҡул менән тоташтырырға тура килә. Был эште әлегә автоматлаштырыу мөмкин түгел. Сәбәбе — ағас ботаҡтары ҡамасаулай. Әммә, ҡаршылыҡтар булмаған биләмәләрҙә машина үҙе йөрөй ала. Куп ваҡыт водитель транспорт эшенә бөтөнләй ҡыҫылмай. Бөтә мәғлүмәт тә мониторға сығарыла, ә салонды камералар күҙәтә. Водителдең эш урыныны ла төрлө талаптарға яуап бирә. Яңы троллейбус – Белорус һәм Өфө белгестәренең беренсе сәнәғәт тәжрибәһе. Бер-нисә техник һынауҙы үткән ҙур класлы троллейбус хәҙер элекке моделде алмаштырырға тейеш. Заводта уларҙы бер нисә йыл дауамында күпләп эшләп сығарасаҡтар. Әлеге, тәүге партияны Өфө өсөн йыялар, әммә бындай троллейбустар Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Ә яңы электробус әлегә тик Санкт-Петербург өсөн тәғәйенләнгән. Тәүге электробус моделе илдең төньяҡ баш ҡалаһында ун меңдән ашыу саҡрым үткән. Хәҙер машинаның яңыртылған моделен ҡала шарттарына әҙерләйҙәр.Өҫтәмә зарядлауһыҙ 2 смена рәттән 250 километр юл үтә ала заманса электробус. Был техник мөмкинлек машинаның төп үҙенсәлектәренең береһе. Юғары сифатлы комплекттар ҙа электробустың замана троллейбусы икәнлеген дәлилләй.