Башҡортостанда умартасылар бал ҡорттарының хәленә борсолоу белдерә

Тулыраҡ: Башҡортостанда умартасылар бал ҡорттарының хәленә борсолоу белдерә

Башҡортостанда умартасылар бал ҡорттарының хәленә борсолоу белдерә. Ҡайһы бер райондарҙан бал ҡорттарының ҡырыҫ ҡышты бик насар үткәреүе хаҡында хәбәрҙәр килә.

Айырым райондарҙа бал ҡорттарының үлеү кимәле 60-80 процентҡа етә. Аныҡ ҡына һандар март аҙағында, умартасылар күстәрҙе ҡышлау урындарынан сығара башлағас билдәле буласаҡ. Республикала әле 357 мең күс иҫәпләнә, уларҙың 83 проценты – шәхси хужалыҡтарҙа, 13 проценты – крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм 4 проценты – ауыл хужалығы предприятиеларында. Йыл һайын республикала 6 мең ЯРЫМ тонна бал етештерелә.