Биш йыл элек Гөлйөҙөм Фәтхуллина был үҙәккә маммография үтер өсөн генә килә. Ошо мәлдә ханымда яман шеш ауырыуын асыҡлайҙар.
Гөлйөҙөм Фәтхуллина "Аҡ роза" үҙәге табиптарына рәхмәтле. Әгәр ҙә белгестәргә ваҡытында күренеп, тикшереү үтмәһәм бөгөнгө көндө күрә алмаҫ инем, ти ул. Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло. Бындай тикшеренеүҙәр яман сирҙе иртә стадияһында асыҡларға ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар медицина үҙәгенең төп маҡсаты – яман шеш ауырыуын алдан асыҡлау. Тикшереү тулыһынса бушлай, алдан яҙылып бер сәғәт-сәғәт ярым эсендә акушер-гинеколог, онколог-маммолог, УЗИ диагностика үтергә мөмкин. Өфөлә 3-сө бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы нигеҙендә урынлашҡан "Аҡ роза" ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын диагностикалау үҙәге социаль-мәҙәни башланғыстар Фонды Президенты Светлана Медведева тәҡдиме менән ойошторола һәм илдә һигеҙенсе үҙәк булып асыла. Һәр кабинет заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Табиптар әйтеүенсә, маммография үтеү - күкрәк биҙе яман шешен иртә асыҡларға ярҙам итә, сөнки был аппарат пациент йәки табип асыҡлағанға тиклем организмдағы үҙгәрештәрҙе диагностикаларға мөмкинлек бирә.Үҙәктә хатта психолог кабинеты ла бар. Яман шеш ауырыуы табиптарҙың ғына түгел, ә тәү сиратта , пациенттарҙың үҙҙәренә иғтибарлы булыуын талап итә. Был күкрәк яман шешен башланғыс стадияла диагностикалауға ярҙам итә, ти белгестәр.






