Әйткәндәй, ҡазаға эләккән йәнлектәр ҡоштар өсөн Өфө янында реабилитация үҙәге лә эшләй. Был үҙәккә, бөтә республиканан "ҡанатлы" пациенттарҙы алып киләләр. Мәҫәлән, ошо вольерҙарҙа Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабына" индерелгән һәм һирәк осрай торған ҡоштарҙы ла күрергә мөмкин. Үҙенсәлекле дауаханала бөгөн таҙғара бөркөтө, сапсан һәм ыласын, төйлөгән, шулай уҡ йәрәхәтләнгән аҡҡоштар урын тапҡан. Уларҙың барыһы ла бөгөн кеше ярҙамына мохтаж.Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштарға ярҙам үҙәгенең тарихы ла бар. Тәүҙә унда Башҡортостанда булмаған йән ейәләре - диңгеҙ сусҡаларын дауалайҙар. Ҡыҙғаныска күрә тәүге тәжрибә уңышһыҙ тамамлана. Әммә эштәр көйләнгәс һөҙөмтә лә күренә. "Пин һәм Пуф" үҙәге хәҙер алты йыл дауамында беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн ысын "дауахана" һәм "ҡунаҡханаға" әйләнгән. Ошо осорҙа бында биш меңдән ашыу йән эйәһе ҡотҡарылған! Ҡырағай хайуандарҙы үҙәге тураһында күптәр белә. Иглинда йәшәүсе Айҙар Гәрәев дикобразды дүрт аҡҡошҡа алмаштырған. Ҡоштар хәҙер Иглин районындағы быуаларҙың береһендә кеше хәстәре менән ҡыш сығасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан орнитологтары үҙенсәлеклә мәғлүмәт менән дә уртаҡлаша. Белгестәр быйыл Башҡортостан биләмәләрендә күсмә ҡоштарҙың 217 төрөн теркәгән. Улар араһында һирәк осрай торған һоро торна менән диңгез бөркөтө бар. Ҡоштар тураһында һандарҙы ярты меңдән ашыу кеше тапшырған.
Ҡырағай тәбиғәттә йәшәүселәр ҙә кеше миһырбанлығына мохтаж
Имгәнгән ҡоштар, бәләгә тарыған хайуандарға ярҙамға килеүселәр тирә-яҡ мөхиткә генә ихтирам күрһәтмәй, а экология һағында тора.






