Әбйәлилдәр 10 йыл үткәс ҡорға йыйылды

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Әбйәлилем - данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте.

Сараға райондан сыҡҡан билдәле кешеләр саҡырылды, улар ҡатнашлығында пленар ултырыш ойошторолдо, алдынғы яҡташтар тәбрикләнде, байрам концерты уҙҙы, муниципалитеттың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары ла билдәләнде.