Телевидение ветераны 90 йәшен билдәләй

Яратҡан эшенә хеҙмәттәшебеҙ ярты быуатҡа яҡын ғүмерен бағышлай.
  •  Телевидение ветераны  90 йәшен билдәләй
Совет йылдарында телевидение үҙенсәлекле була. Ул саҡта эфир селтәренең күпселек өлөшөн кино күрһәтеүҙәр, театр спектаклдәрен трансляциялау, концерттар һәм тапшырыуҙар тәшкил итә. Был жанрҙарҙың һәр береһенә тиерлек оператор һәм режиссер Рафаэль Арыҫлановтың көсө һалына. Һуғыш балаһы. Режиссер — рәссамдар, башҡорт театр-декорация сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар Мөхәмәт Арыҫланов һәм Ғәлиә Имашева ғаиләһендә ауаз һала. Театр сәхнәһендә үҫкәндән үҫә, үҙенең тормошон 20-се быуат уртаһында республикабыҙҙа яңы ғына барлыҡҡа килгән сәнғәт менән бәйләргә ҡарар итә.
1959-сы йылда Рафаэль Мөхәмәт улы башҡорт телевидениеһында оператор ассистенты була. Һуңынан үҙе лә камераны ҡулына ала. "Башҡорт балы", "Башҡорт ҡымыҙы", "Башҡорт сувениры". Рафаэль Арыҫланов — бөтә донъяға билдәле милли аҙыҡ – Башҡортостан символы тураһында документаль фильмдар режиссеры. Уның иҫәбендә «кино һәм телевидениеның алтын фондына» ингән тиҫтәләгән фильм бар. Айырыуса тәбиғәттә төшөрөргә ярата: камера аша ул тәбиғәттең матурлығын күрһәтә.Яратҡан эшенә Рафаэль Мөхәмәт улы 40 йыл ғүмерен бағышлай. Ул йылдарҙа телевидение менән театр араһында тығыҙ бәйләнеш була торғайны, тип хәтерләй ул. Шуға күрә уның объективында йыш ҡына Әмир Абдразаҡов, Гөлли Мөбәрәкова кеүек билдәле артистар була. Рафаэль Арыҫланов менән үткән матур эш көндәре тураһында уның хеҙмәттәштәре лә уртаҡлашты.30 йыл телевидениеның баш рәссамы вазифаһын башҡарған Павел Панов та Рафаэль Арыҫлановты йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Телевидение ветерандары билдәләүенсә, 20 быуат уртаһында йыш ҡына тура эфирҙа эшләргә кәрәк була. Был техник өлөштө белеүҙе лә талап итә.Рафаэль Арыҫланов ғүмеренең аңлы өлөшөн тулыһынса тиерлек яратҡан эше менән бәйләй. Үҙемде телевидениенан башҡа күҙ алдына ла килтерәлмәйем, ти ул. Рафаэль Арыҫланов бөгөнгө көнгә тиклем хеҙмәттәштәренең ижадын күҙәтә. Киң мәғлүмәт сараларының күпкә үҫешкәнлеген билдәләй. Телевидение йәшәүен дауам итһен, киләсәге булһын өсөн ижади коллективҡа һәр ваҡыт эҙләнергә, жанрҙар өҫтөндә эшләргә кәрәк, ти Рафаэль Мөхәмәт улы.