2026-сы йылдан запаста булмаған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем, йәғни, йыл әйләнәһенә дауам итәсәк. Белгестәр фекеренсә, яңы ҡанун хәрби комиссариаттарға йөкләмәне бер тигеҙ бүлергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, яңы закон буйынса повестка буйынса йыйылыу пунктына 30 көндән һуңға ҡалмайынса килеп етергә кәрәк. Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң үҙ көсөнә инә.
Рәсәйҙә йыл әйләнәһенә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана
Дәүләт Думаһы депутаттары «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт» һәм «Альтернатив граждан хеҙмәте» тураһындағы закондарға тейешле төҙәтмәләрҙе өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.






