Һин айыҡ булырға тейеш

Утыҙынсы октябрҙә Башҡортостан юлдарында иҫерек водителдәрҙе кәметеү маҡсатында яңы социаль кампания башлана.
Баш ҡалала "Һин айыҡ булырға тейеш” тип аталған проекттың үҙенсәлекле алымдары менән таныштырҙылар. Түңәрәк өҫтәлдә бер-нисә министрлыҡ-ведомство һәм компаниялар ҡатнашты. Иң күп юл-транспорт ваҡиғалары ял көндәренә тура килә. Ошо турала дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белдерә.
Йыл башынан республика юлдарындағы аварияларҙа 340 кеше һәләк булған. Ҡайһы берҙәренә иҫерек водителдәр ғәйепле. Граждандарға аңлатыу өсөн төрлө акциялар менән бергә был проект та тормошҡа ашырыла башлай.Водитель ҡанының 1 литрында ундан өс грамға тиклем алкоголь булыуы рөхсәт ителә. Әммә, был рулгә ултырыр алдынан эсергә ярай тигәнде аңлатмай. проектҡа һыра компанияһы ла ҡушылған. Сара Рәсәйҙең 11 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда тормошҡа ашырыла.
Быйыл республика юлдарында иҫерек водителдәр ҡатнашлығында 238 авария теркәлгән. Руль артына эскән килеш ултырған 12 меңдән ашыу кеше асыҡланған. Шуларҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы бер йыл эсендә икенсе тапҡыр тотолған. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар белдереүенсә, кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә тәрбиә тәъҫир итә. Кем хәлен баһалай һәм эскелектең ниндәй фәжиғәләргә килтергәнен аңлай ала, бер ҡасан да рулгә иҫерек ултырмаясаҡ, тип билдәләй белгестәр. Сөнки, спиртлы эсемлектәр водителдең генә түгел, башҡа ғәйепһеҙ кешеләрҙең дә ғүмерен ҡыйыуы ихтимал.