Ҡандрыкүлде хәҙер аҡҡоштар күле тип атарға мөмкин. Тымыҡ һыу өҫтөндә тыныс ҡына йөҙөп йөрөгән ҡоштар тубы, талғын ел – былар барыһы ла көҙ биҙәге. Яр буйынан аҡҡоштарҙы күҙәткән Сөләймәновтар ғаиләһе Ҡандрыкүлгә ял итергә төшкән ҡоштар тубын видеоға ла төшөрә. Был кадрҙар артабан йырға клип эшләгәндә кәрәк буласаҡ. Алыҫ Себер яҡтарынан осоп килгән аҡҡоштар өсөн Ҡандрыкүл ял итеү урыны ғына түгел. Тап ошонда быйыл сыҡҡан йәш ҡоштар ҡанат нығыта, тамаҡ туйҙыра, үҙҙәренә ем табырға өйрәнә.Ярты меңдән ашыу аҡҡошто күрер өсөн Ҡандрыкүлгә Башҡортостандың төрлө яҡтарынан киләләр. Ҡандрыкүлгә ҡоштарҙың килеүен урындағы халыҡ яҡшы билдә тип иҫәпләй. Аҡҡоштар тубын ҡаршылап, ирекмәндәр тематик конкурс та ойошторалар. Быйыл хатта ҡул эштәре оҫталығы дәрестәре үткән. Аҡҡоштар – тоғролоҡ билдәһе. Ҡоштар үҙҙәренә тормош иптәшен ғүмерлеккә һайлай. Әйткәндәй, быйыл күлдә оя ҡорған бер аҡҡоштар пары 7 бәпкә сығарған. Хәҙер йылы яҡҡа юлланған ҡоштар Ҡандрыкүлгә бары тик киләһе йыл, апрель урталарында ғына төшәсәк.
Ҡандрыкүл - аҡҡоштар төбәге
Республикалағы иң ҙур тәбиғи һыу ятҡылыҡтарының береһенә 500-ҙән ашыу аҡҡош ял итергә туҡтаған.






