Өфөгә Рәсәй Геройы Евгений Поддубный килде

Ул хәрби хәбәрсе, документаль фильм һәм махсус репортаждар авторы булараҡ билдәле.
Хеҙмәттәшебеҙ ил журналистары араһынан беренсе булып "Рәсәй Геройы" исемен алды. Ул әле Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Евгений Поддубный "ҡыҙыу нөктәлә" нисек хеҙмәт итеүе, илдә үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү һәм "Геройҙар ваҡыты" программаһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Журналистың дрон һөжүмәнән иҫән ҡалыуы ла мөғжизә. Евгений Поддубный Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамын юғары баһалай.