"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хәрби-сәйәси эш пункты асылды

Ул хәрби-ялан клубы һәм музейҙан тора. Үҙенең сәхнәһе лә бар.
  • "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хәрби-сәйәси эш пункты асылды

Яугирҙар өсөн хәүефһеҙ шарттарҙа концерт ойоштороу мөмкинлеге лә бар. Тәүгеләрҙән булып пункт сәхнәһен "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән бергә, махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡҡан артистар һынап ҡараны. Тулыраҡ хәрби хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшиндың сюжетында.

Хәрби-сәйәси эш пункты сәхнәһендә тәүге концерт. Яугирҙар алдында "Башҡортостан" дәүләт концерт залы солисы, республиканың атҡаҙанған артисы Айгиз Ханов сығыш яһай. Милли йәштәр театры актрисаһы, республиканың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова Башҡортостан полкы яугирҙары алдында беренсе тапҡыр ғына сығыш яһамай. Был юлы ла ул йырлы бүләк алып килгән. Сәфәр алдынан ҡулын имгәтеүенә ҡарамаҫтан, Донбасс юлына сығыуҙан баш тартмаған.

"Вәғәҙә-иман. Фронттағы кеүек рәхмәтле тамашасы бер ҡайҙа ла юҡ. Өҫтәүенә, бында хәҙер концерт ҡуйыу өсөн мөмкинлек тә бар”,- тип билдәләй танылған йырсы.

Башҡортостан полкының хәрби-сәйәси эш пункты тәрән ер аҫтында урынлашҡан. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яугирҙарыбыҙ көсө менән төҙөлдө.Объект күп функциялы. Бында концерттар ойошторорға, кино ҡарарға, эш кәңәшмәләре үткәрергә, тананалы бүләкләү сараларын уҙғарырға форсат бар. Музей өсөн дә урын бүленгән. Концерт һуңында Башҡортостан башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш тотоу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов Даян Мурзин исемендәге мотоуҡсылар полкының "Хан" ҡушаматлы яугирына "Атайлыҡ даны" йәмәғәт наградаһы билдәһен тапшырҙы. Махсус хәрби операция биләмәһенә уны, "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһында торған ҡатыны килтереп еткергән. Фронтта яугирҙарҙың рухын күтәреү ифрат әһәмиәтле эш тип билдәләй, Башҡортостан полкы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары. Хәрби-сәйәси эш пункты сафҡа индереүгә Башҡортостан халҡы ла ҙур өлөш индерҙе. Төҙөлөш материалдары һәм ҡорамалдар гуманитар ылау менән килтерелде. Дөйөм көс менән полкта хәрби-сәйәси эш яңы кимәлгә сыға.