Радий Хәбиров Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, республика эске эштәр министрлығының элекке етәксеһе Рафаил Диваевты "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены менән бүләкләне. Яңыраҡ ҡына Рафаил Диваев үҙенең күркәм юбилейын — 75 йәшен билдәләне. Радий Хәбиров күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн юбилярға рәхмәт бедереп юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы. Республика йортонда үткән осрашыуҙа Хөкүмәт премьер-министры, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе, эске эштәр министры урынбаҫарҙары ҡатнашты.
Рафаил Диваев орден менән бүләкләнде
Яңыраҡ ҡына Рафаил Диваев үҙенең күркәм юбилейын - 75 йәшен билдәләне.







