Өфөлә Радий Хәбиров ҡатнашлығында ижади индустриялар сәғәте үтте

Был юлы сарала Башҡортостандың продюсерҙар клубы эшмәкәрлеге һәм проекттары тураһында һүҙ барҙы.
Үҙ биләмәңде тәртипкә килтереүҙән башлап үҙәк булдырыуға тиклем. Артем Әхмәтов Зинин ауылында интеграль үҫеш үҙәген булдрыған. Барыһы ла Өфө эсендә үҫеш барғанға өйрәнгән. Баҡтиһәң, башҡаланың биләмәһе киңәйә, унда ла үҫеш нөктәләрен булдырыу мөһим. Был проекттың маҡсаты — Башҡортостан иҡтисадының төрлө тармаҡтарын үҙ-ара берләштереү, эшҡыуарҙар һәм ижадсылар бер-береһе менән фекер алышып киләсәктә төрлө проекттар булдырыу өсөн майҙансыҡ булыдырыу. Радий Хәбиров Өфө эргәһендә бындай проекттарҙың булдырылыуын ыңғай хупланы һәм урындағы халыҡ өсөн бик мөһим, тип белдерҙе.
Әнүәр Абдрафиҡов иһә, төрлө ойошма һәм компанияларҙың продукцияһының үҫешен тәьмин итеү өсөн фото һәм видео төшөрөү менән шөғөлләнә. Был да республикала ижади индустрияларҙың үҫешенә тос өлөш индерә. Донъяла барған төрлө ығы-зығыларға, санкцияларға ҡарамаҫтан, республикала бар өлкәләргә лә тейешле иғтьибар бүленә. Башҡортостандың 7 районында ижади кластерҙар булдырылды. Лаборатория форматында осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла, унда клуб ағзалары ғәмәлдәге бизнес өсөн яңы ҡарарҙар сығарыу буйынса «креатив» мәсьәләләрҙе хәл итә. Мәҫәлән, ноябрҙә Башҡортостандың яңы сувенир продукцияһы линейкаһын етештереү идеяһын эҙләү маҡсатында «Салауат» ательеһында осрашыу планлаштырылған. Белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү яйға һалынған - клубта ҡатнашыусылар Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжына креатив индустрия вәкилдәре һәм буласаҡ белгестәр өсөн остаздар булараҡ саҡырылған.