Мәҙәниәттәр берҙәмлегендә - халыҡ көсө!

Ошондай девиз аҫтында Өфөлә Бөтә Рәсәй "Сәнғәт төнө" акцияһы үтте.

Йырҙар, бейеүҙәр, халыҡ костюмдары. Милли музей "Сәнғәт төнө"н шулай ҡаршылай. Бында күргәҙмәләр һәм тиҫтәләгән оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Тәмлекәстәр биҙәү, һыҙғыртҡыс йәбештереү йәки кокошниктар эшләү-һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөл һайлай, ә иң мөһиме - барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләй ала.

"Сәнғәт төнө” был юлы "Халыҡтар берҙәмлеге" темаһына бағышланды. Кисәне ижади мөхиттә үткәреү өсөн тотош ғаиләләр килә. Ә Нестеров исемендәге художество музейында бер зал концерт залына әйләнә. Сәнғәт институты уҡытыусылары һәм студенттары Ватан композиторҙары әҫәрҙәрен — романстар һәм операларҙан күренештәр башҡара. Музыка тынғас, рәсем төшөрөү сәнғәте. Экскурсоводтар махсус килтерелгән картиналар тураһында һөйләне. Федор Шаляпин исемендәге музейҙа кино күрһәтелә. Башҡортостандың тәүге халыҡ артисы — йырсы Һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов тураһында документаль фильм. Шулай уҡ ҡунаҡтар «музей-театр»ҙы — биш залдағы уникаль интерактив экспозицияны күрә алды. Күҙ алдында көҙгөләр, китаптар һәм хатта тәҙрәләр йәнләнә, улар Федор Шаляпиндың тормошо тураһында һөйләй. Музейға ни бары йыл ярым ғына, ә ул баш ҡалала иң күп йөрөүселәрҙең береһе. Килеүселәр ағымы төнгә тиклем туҡтамай. Быйыл "Сәнғәт төнө" төрлө милләт вәкилдәрен берләштерҙе һәм мәҙәниәттәр берҙәмлегендә халыҡтың көсө барлығын иҫкә төшөрҙө.