Капот төбөндә соҡонған ирҙәрҙең төп ярҙамсыһы – гаражды төбәк иткән Василиса ҡушаматлы бесәй. Йорт хайуаны гайка борған тауыштан да, ҙур тимерҙән дә ҡурҡмай. Ирекмәндәр уны – дежур һалдат тип тә йөрөтә. Хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыуандырып торғаны өсөн, бәләкәс ярҙамсыға тельняшка бүләк иткәндәр. Үҙ бурыстарын Василиса, һаҡсы эттәргә ҡарағанда лә, яҡшыраҡ башҡара. Ул һәр машинаны фронтҡа оҙатып ҡуйғас ҡына тыныслана, ти десантсылар. Бесәй эш артынан күҙәткәр арала, гаражда эш ҡайнай. Был бокста ир-егеттәр иҫке машиналарға икенсе ғүмер бүләк итә. Әле фронтҡа ебәреү өсөн сиратта – УАЗ маркалы транспорт сараһы тора. 10 йылдан ашыу ҡулланыуға булған машина бик насар хәлдә килтерелгән. Иҫке деталдәре алмаштырылған машиналарҙы махсус хәрби операция барған урында ныҡ көтәләр.
Ирекмәндәр штабында тик десантсы ветерандар хеҙмәт итә. Улар беҙҙең һалдаттарға ниндәй ярҙам кәрәк икәнен яҡшы белә. Махсус хәрби операция башланған көндән улар бергәләшеп ватанға ярҙам итеүҙе төп бурыс итеп алған. Район хакимиәте лә ирекмәндәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Власть машиналарҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатыуҙы, ремонт барған урынға йылы биреүҙе үҙ өҫтәнө алған. Иң ҡатмарлыһы — машина ремонтлау өсөн деталь табыу. Иҫке Москвичҡа запас өлөш алыуы айырыуса ҡыйын. Был саҡта десантсылар ярҙамсылары — битараф булмаған кешеләр. Мобиль транспорт хәрбиҙәргә элемтә менән тәьмин итеү өсөн кәрәк. "Артист" позывнойлы яугир махсус хәрби операция биләмәһенә 4 машина алып бара. Бер нисә айҙа ирекмәндәр 2-3 машинаны төҙәтергә өлгөрә. Ирекмән десантсылар машиналарҙы фронтҡа ебәрер алдынан салонға күстәнәстәр ҙә тейәй.







