Ул ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға таянып яҙылған. Спектакль һуғыш тураһында әммә бер атыш тауышы ла яңғырамай. Бары тик йөрәкте өҙөрлөк һүҙҙәр генә. «Нур» дәүләт татар театры сәхнәһендә Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакле. Ул тыуған илде һаҡлау кеүек ауыр, әммә изге эште үҙ өҫтөнә алған ябай ир-егеттәргә арналған. Әҫәр вербатим жанрында һәм монологтар менән даилогтарҙан тора. Был уйын театры түгел, ә документаль театр. Төп тема – яугирҙың һәм фронт һыҙығына уның янына килгән ҡатындың мөхәббәте. Сәхнәлә был рольдәрҙе Айрат Фатыйхов һәм Гөлназ Кашапова башҡара. Актерҙар тормошта ла ғаилә пары булып тора. Был ролдәрҙе уйнау беҙҙең мөнәсәбәттәргә лә ыңғай йоғонто яһаны, тип бүлешә актерҙар.Спектаклдә тағы бер төп герой ул Резида Фәхруллина башҡарыуында хәбәрһеҙ юғалған улын эҙләүсе әсә образы.Ә фронтта өй тураһында ғына һөйләшеүҙәр бара. Иң ҡурҡынысы — тынлыҡ. Монолог герой өндәшмәһә лә өҙөлмәй. Геройҙар ғәжәп күп йылмая һәм хатта көлә. Тик ниңәлер тамашасының был күренештән күҙҙәренә йәштәр тула.Был еңел булмаған юлды һайлаған һәр кем-герой! Спектаклдә бөтә персонаждарҙың яуҙа кеүек позывнойы бар, улар-беҙҙең Башҡортостан егеттәре һәм бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә. Уларҙың һөйләүҙәре аша, уларҙың күҙҙәре аша беҙ был ваҡиғаларҙы төрлө яҡлап күрәбеҙ. Яҡташтарыбыҙ өсөн ярҙам, хаттарыбыҙ, посылкаларыбыҙ һәм хатта балалар һүрәттәре ни тиклем мөһим икәнен аңлайбыҙ. Спектаклдә төрлө йылдарҙа һәм бер-нисә быуын вәкилдәре араһында популяр булған татар һәм рус телдәрендәге йырҙар күп яңғырай.Бөтә хикәйәләр ҙә автор-журналист Мөнир Ҡунафин тарафынан махсус хәрби биләмәһенә командировкалар ваҡытында яҙып алына. Спектаклдең финалы юҡ. Әммә тамашасы уларҙың бәхетле тормошона ышаныс менән баға.
Һине көтәләр
Өфөнөң "Нур" театрында режиссер Азат Йыһаншиндың Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса ҡуйылған "Һине көтәләр" спектакленең премьераһы алҡыштарға күмелде.







