Өфөләге цирк 2026-сы йылда реконструкциялана

Был турала тура бәйлнеш ваҡытында Радий Хәбиров белдерҙе
Өфөләге цирк 2026-сы йылда реконструкциялана
Проект 2026-2028 йылдарға бүленгән федераль аҡсаға тормошҡа ашырыла. Властар шулай уҡ ижади йәштәрҙе йәлеп итеү нөктәләрен булдырыу өҫтөндә эшләй. «Арена-3000» киңлегенә сәфәрҙән һуң Өфөнән тыш Бөрөлә, Стәрлетамаҡта һәм тағы 7 муниципалитетта ижади биләмәләрҙе булдырырға ҡарар ителде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төп ҡатмарлыҡ – инфраструктура булдырыу. Республикала 4000 мәҙәниәт учреждениеһы иҫәпләнә, һәм хатта минималь ремонт та ҙур сығымдар талап итә.