Беҙ ваҡытында ҡуҙғалмаһаҡ, ҡырыҫ тәбиғәт үҙ эшен ҡылыр ине, тине Радий Хәбиров. 2027 йылдың октябрендә һәйкәлде тантаналы шарттарҙа асыу ҡарала. Радий Хәбиров әйтеүенсә, монументаль скульптура тирәләй шулай уҡ төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә майҙан халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнергә тейеш, тине республика башлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге минуттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште "Башҡортостан 24", "Рәсәй 24" телеканалдары эфирында күҙәтергә мөмкин. Эфирҙы "Башҡортостан 24" телеканалында төнгө 12-нән ҡабаттан ҡарарға мөмкин.
Республика башлығы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙы шәхсән күҙәтәсәк
Йәмғиәттә уртаҡ фекер булмаһа ла, беҙ һәйкәлде реставрацияларға ҡарар иттек.






