"Минең ҡараш үҙгәрмәй. Суд ҡарарын көтәбеҙ. Мин коррупционерҙарҙы яҡламайым. Мин тормош тәжрибәһе булған, юридик белем булған кеше булараҡ үҙ фекеремде белдерәм. Әгәр ҙә ришүәт алғаны асыҡлана ҡалһа, ул, әлбиттә, эштән ҡыуыласаҡ", — тине Радий Хәбиров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге минуттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште "Башҡортостан 24", "Рәсәй 24" телеканалдары эфирында күҙәтергә мөмкин.
Эфирҙы "Башҡортостан 24" телеканалында төнгө 12-нән ҡабаттан ҡарарға мөмкин.







