Миәкә тәжрибәһе

Миәкәләр Радий Хәбировҡа һорау менән мөрәжәғәт итте.
  • Миәкә тәжрибәһе
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә беҙҙең телерадиокомпания хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибатуллин Миәкә районынан тура эфирға сыҡты. Ул районда милли брендтарҙы тергеҙеү тураһында һөйләне. Районда өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә балаҫ һуғырға өйрәнә. Милли брендтарҙы терегеҙеү маҡсатында ниндәйҙер проект булырыу мөмкинме? Миәкәләр Радий Хәбировҡа ошондай һорау менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан башлығы Миәкәлә эске туризмды үҫтереү өсөн проекттар булдырыу кәрәклеген белдерә. Радий Хәбиров фекеренсә, сәйәхәт итеү өсөн муниципаль берәмектә тәғәйен локациялар бар. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин әҙерләгән сюжет.
Башҡортостан башлығы менән тура эфирға һанаулы ғына минуттар ҡалып бара. Тулҡынланыу, хатта ҡаушау. Әммә республика етәксеһенә һорау район ғына түгел, ә тотош субьект кәсепселәре өсөн әһәмиәтле. Ысынында иһә Башҡортостан башлығының яуаптары ҙур ышаныс тыуҙыра. Радий Хәбиров башҡорт балаҫтарын донъя кимәленә сығарыуҙы шәхсән күҙәтеүенә ала. Миәкә оҫталарының был йүнәлештәге төп партнеры хәҙер республика башлығы.Радий Фәрит улы менән тура эфирҙағы әңгәмәнең тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Халыҡ кәсебе оҫтаһы Гүзәл Вәлитова билдәләүенсә, бөгөн аҫалы балаҫтарҙы тергеҙеү халыҡ кәсебен үҫтереү генә түгел, ә ҙур бизнес. Ул һуҡҡан балаҫтар бөгөн Германия, Франция, Америкалағы йорттарҙы биҙәй. Шуныһы ла бар. халыҡ кәсебе менән бөгөн йәштәр ныҡлап ҡыҙыҡһына. Миәкәләге Тамъян-Таймаҫ ауылында йәшәгән Гөлнур Сөләймәнова башҡорт балаҫтарын һуғыу ғына түгел, ә башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү менән дә шөғөлләнә. Эше барҙың – ашы бар, ти оҫтабикә. Бөгөн аҫалы балаҫтар һуғыу яңы һулыш та алған кеүек. Әммә, хәл ителәһе мәсьәләләр бының менән генә бөтмәй. Тәү нәүбәттә, аҫалы башҡорт балаҫтарын эшләүселәрҙең айырым берлеге булыуы шарт. Икенсенән, тауарҙы һатыу өсөн ҙур селтәрҙәргә сығыу. Был эштә ҡулланылған төп сеймал – һарыҡ йөнөн эшкәртеүҙә лә ҡатмарлыҡтар күренә. Сәбәбе, ауыл ерендә ваҡ малдың кәмеүе. Тимәк, бөгөн халыҡ кәсебен үҫтереүҙә аграр секторға таяныу кәрәк. Миәкәләге Боғҙан ауылынан Миңнур Ғатауллина ошо кәсеп менән ныҡлап шөғөлләнеүселәрҙең береһе. Әлеге уның һуҡҡан балаҫтары тиҫтәләгән булмаһа ла, ҡул эштәре оҫтаһынан дәрес алырға теләүселәр ҙә бар. Тағы бер мәсьәлә, аҫалы башҡорт балаҫтарының сифатын һаҡлап ҡалыу. Һатыуҙа яһалма туҡымалар түгел, ә тап һарыҡ йөнөнә һуғылған аҫалы балаҫтар булырға тейеш.Миәкәләр бөгөн аҫалы балаҫ һуғыуҙы тергеҙеүҙә төрлө юлдар барлай. Грант ярҙамында туҡыу станоктары ҡайтарыу ҙа ошо иҫәптән. Икенсенән, башҡорт аҫалы балаҫтарын һуғырға өйрәнеүселәр араһында сит ил кешеләре барлығы аптырата ла, ҡыуандыра ла. Тик был бренд Башҡортостанда ҡалырға тейеш.