Башҡортостанда үҙенсәлекле күргәҙмә асыла

Рус халыҡ ижадына һәм славяндарҙың боронғо йолаларына арналған ғәжәп проект – ҡорама тегеүгә бағышлана.
  • Башҡортостанда үҙенсәлекле күргәҙмә асыла
Сулпан Хәйретдинова Михайловка ауылында урынлашҡан ижад йортонда туғыҙынсы йыл шөғөлләнә. Ошо арауыҡ эсендә ҡорама ҡорорға ғына түгел, ә үҙемә кейем тегергә лә өйрәндем, ти уҡыусы. Ә әле Наталья Леонидовна түңәрәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар кем уҙарҙан тиҙҙән уҙғарыласаҡ сарала ҡатнашырға әҙерләнә. Ҡорама ҡороусы һәр кем үҙенсәлекле сәнғәт әҫәрҙәре һайланған — мәҡәлдәрҙең һәм әйтемдәрҙең мәғәнәһен аңлатҡан үҙенсәлекле орнаменттар һәм образдар менән биҙәлгән полотнолар ижад итә. Уҡытыусылар билдәләүенсә, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр халыҡтың тормош тәжрибәһен сағылдыра, халыҡ йолаларының бай хазинаһы булып тора. Мәҙәниәттең был элементтары менән танышыу үҫеп килгән быуынға үҙ милләтенең тамырҙарын яҡшыраҡ аңларға һәм ата-бабаларына хөрмәт тәрбиәләүгә ярҙам итә ти улар.Төп маҡсат — фольклор һәм традицион ҡул эштәрен берләштереү, бындағы һәр ҡорама айырым тарих бәйән итә, йәш быуында милли мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ихтирам тойғоһо уята, быуындарҙың күсәгилешлеген нығыта. Яу яланында ятып ҡалған һалдаттарыбыҙға бағышланған панно үҙе бер ҙур иғтибарға лайыҡ.Проекттың үҙенсәлеге — заманса технологияларҙы ҡулланыу: паннола яҙылған һәр мәҡәлдең йәки әйтемдең йөкмәткеһе, уның килеп сығышы һәм мәҙәни әһәмиәте тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкинлек биргән QR-код менән тәьмин ителгән.Ҡорама ҡороусыларҙың әҙер эштәренән күргәҙмә композицияһы төҙөлөп тәүге тапҡыр республика байрамдарында күрһәтеләсәк. Артабан проект партнер-ҡалалары буйлап "сәйәхәт" тә итәсәк. Оҫтаханала ҡыҙҙар нимә менән генә шөғөлләнмәй... мәҫәлән ошо ваҡ бәлештәр тәү ҡарауға ысындан бер нимәһе менән дә айырылмай.Ҡорама дәресе халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү, ҡул эштәренә һәм сәнғәткә һөйөү уятыу маҡсатында үткәрелә. Ойоштороусылар республика халҡына милли мәҙәни мираҫты артабан өйрәнеүгә һәм һаҡлауға илһам бүләк итербеҙ тип өмөтләнә.