Бөйөк татар драматургы Туфан Миңнуллиндың “Гөргөри кейәүҙәре” легендар пьесаһы күптәргә билдәле. Әйтергә кәрәк, Туфан Миңнуллин тарихта тәүге тапҡыр сәхнәгә керәшендарҙың йолаларын, исемдәрен һәм ҡушаматтарын сығарҙы. Ауыл комедияһы — һәр сәхнә өсөн дә уңышлы вариант. Һәм уны ҡайҙа ғына ҡуйһалар ҙа, уңышлы бара: ауыл клубтарынан алып Мәскәү театрҙарына тиклем. Үҙенең яңы миҙгеле өсөн «Беҙҙең театр» режиссеры Рауил Хәкимов «Гөргөри Кейәүҙәре» тип аталған һәм татар телендә яҙылған пьесаны һайлай. Рус теленә тәржемә итә, ҡыҫҡаса «Зятьки» тип атай.
«Зятьки» спектаклендә өс ҡыҙ тәрбиәләгән ауыл ғаиләһе тураһында һүҙ бара. Ике өлкән ҡыҙы айырылышҡандан һуң, Григорий, боронғо керәшен йолаларын үтәп, кесе ҡыҙы Иринаны кейәүгә бирергә ниәтләй. Иринаға ғашиҡ булған егеттәр Григорийҙың һынауҙарын үтергә һәм ҡыҙҙың йөрәге өсөн көрәшергә тейеш.
Спектаклдә Салауат башҡорт драма театрының элекке актерҙары: тамаша сы һөйөүен яулаған билдәле актерҙар ҙа ҡатнашты.
Спектакльдең үҙенсәлеге шунда-Туфан Миңнуллин пьессаһы беренсе тапҡыр рус телендә күрһәтелә! «Беҙҙең театр" муниципаль театры һәр ваҡыт ваҡиғаларға һәм үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ проекттарға бай. Рус йәштәр театры “Гөргөри кейәүҙәре” менән үҙенең 8 миҙгелен асты.
"Беҙҙең театр" муниципаль театр исемен ала, труппа актерҙары рәсми рәүештә эшкә ҡабул ителә. Яңы статус яңы талаптар ҡуя. Биш артист театр институтына маҡсатлы йүнәлештәр буйынса уҡырға инә. Труппа эшләүен дауам итә һәм яңы йыл тамашаһын әҙерләй.







