Республика башлығы Бахрейн батшалығының Ислам эштәре буйынса Юғары советы президенты Абдулрахман бин Мөхәммәт бин Рәшит Әль Хәлиф менән осрашты. Республика башлығы Бахрейн вәкиле менән осрашты.
Беҙ Бахрейн батшалығының беҙҙең илдәрҙең халыҡтары араһында бәйләнештәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһалайбыҙ. Был йәһәттән Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың эшмәкәрлеген айырым билдәләйем",- тине Радий Хәбиров.
Осрашыу аҙағында Бахрейн батшалығының ислам эштәре буйынса Юғары советы президенты Абдулрахман бин Мөхәммәт бин Рәшит Әль Хәлиф Башҡортостан делегацияһын Бахрейнға саҡырҙы. Радий Хәбиров саҡырыуҙы ҡабул итеп бизнес вәкилдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшлекле сәфәрен әҙерләргә ҡушты.






