Түләүһеҙ уҡыу хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уларҙың ғәилә ағзаларына тәғәйенләнгән. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Ильяс Ҡотошов яҙмаһында.
Илья Макаровтың төп шөғөлө — бүҙәнә үрсетеү. Махсус хәрби операция башланыу менән ул пилотһыҙ осоу аппартарын да йыя. Йәрәхәтләнеп өйгә ҡайтҡас инде, бизнес менән шөғөлләнә. Бөгөн уның хужалығында 2 меңдән ашыу ҡош-ҡорто бар. Яугир теләге – ферманы артабан да ҙурайтыу. Ҡатнашыусыларға ярҙам федераль кимәлдә лә күрһәтелә. Республика министрлыҡтары, төрлө фирҡәләр, йәмәғәт ойошмалары ла “СВОй бизнесҡа” айырым иғтибар бүлә. Проектта ҡатнашыусылар 5 көн дауамында белгестәр лекцияһын тыңлай, консультация үтеп, үҙ эшен асыуҙа ентеклә белешмә ала. Уларға ярҙам сараһы тураһында ла айырым әйтелә.
"Башҡортостан батырҙары" кадр программаһының финалисы Василий Горшков та проектта ҡатнашыусыларҙы кәңәшһеҙ ҡалдырмай. Ул да махсус хәрби операциянан ҡайтып, бизнес менән шөғөлләнә.
"СВОй бизнесҡа" ҡушылыусыларға ярҙам саралары тураһында министрҙар айырым иҫкәртә. Адреслы ижтимағи ярҙам программаһы сиктәрендә 350 мең һумлыҡ матди ярҙам алырға мөмкин. Ә эшһеҙ ҡалған 100-ҙән ашыу кешегә эшҡыуарлыҡҡа башлау өсөн 180 меңлек финанс ярҙам күрһәтелгән. Был субсидия бер тапҡыр ғына бирелә. Программала ҡатнашыусылар бизнес менән идара итеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың нисек эшләүе тураһында хәҙер ентекле белә. Проектты тамамлаусыларға иһә артабан ғәмәлгә ашырылырға тейешле бизнес-пландарҙы ла тәҡдим итәләр.







