Сараларҙа республика башлығы ла ҡатнашты. Баш мөфтөй башланғысында республикала һәм башҡа субъекттарҙа 100-ҙән ашыу мәсет төҙөлөп, беренсе тапҡыр Ислам университеты асылған. Тәлғәт Тажетдиндың илдә конфессия-ара тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа индергән өлөшө тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева.
Тап бында, Өфөлә, ике быуат элек Рәсәйҙең рәсми-тарихи ислам үҙәгенә нигеҙ һалына. Заманалар, исемдәр үҙгәрә, әммә Өфөлә Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты һәр ваҡыт Имандың ҡаҡшамаҫ таянысы булып ҡала. Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙә иманды, әхлаҡи нигеҙҙәрҙе һаҡлауға тос өлөш индерә. Бөгөн Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты рухи мәғрифәтселектең иң ҙур үҙәктәренең береһе булып тора. Тәлғәт хәҙрәт башланғысы менән ислам мәғарифына ярҙам итеү өсөн Евразия ассоциацияһы ойошторола, ул туғандаш илдәр мосолмандарының дини идаралыҡтарын берләштерә. Улар менән беҙҙе дөйөм тарих һәм мәҙәниәт, берҙәм традицион ҡиммәттәр бәйләй, тине республика башлығы Радий Хәбиров.
Рәсәй мосолмандарының үҙәк Диниә назараты рәйесенә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытҡаны өсөн Башҡортостандың почет грамотаһын тапшырҙы. Һикһәненсе йылдар уртаһында Тәлғәт Тажетдин рәйесләгендә СССР-ҙа ислам донъяһын тергеҙеү башлана. Ҡазанда Ҡөръән-Кәрим ҡайтанан баҫтырыла, Волга буйы һәм Себерҙә мәсеттәргә нигеҙ һалына, Мәскәүҙә йәмиғ мәсете үҙгәртеп ҡорола. Өфөлә иһә, Ризаитдин Фәхретдин исемендәге мәҙрәсә асыла. Хәҙер ул Рәсәй Ислам Университеты исеме менән билдәле. Был йылдарҙа ил мосолмандарын берләштереү өсөн күп эштәр башҡарылған. Бына 45 йылдан ашыу Тәлғәт Тажетдин исламдың изге йолаларына хеҙмәт итә, ә Өфө – Рәсәй мосолмандарының баш ҡалаһы. Тәлғәт Тажетдин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек буйынса Совет ағзаһы ла булып тора.
Халыҡ көсө – берҙәмлектә, ти баш мөфтөй. Алғы һыҙыҡта булған хәрбиҙәрҙең рухи остаздары ла Тәлғәт Тажетдиндың фекерен яҡлай.Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙең башҡа конфессиялары вәкилдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Мосолмандарҙы ул башҡаларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтә.Тәлғәт Тажетдиндың төп хеҙмәте ысын исламды уның тәғлимәттәрен яҡлау, ти белгестәр. Ил тарихындағы ҡатмарлы йылдарҙа ул Рәсәй мосолмандары һәм башҡа конфессиялар араһында берҙәмлекте һаҡлап алып ҡалды. Баш мөфтөй фекеренсә, ошо эште атҡарып сығыуҙы рухи ҡимәттәр ярҙам иткән.







