Яңы биҫтәлә - яңы йолалар

Ҡырмыҫҡалы ауылындағы яңы микрорайонда йәшәүселәр көндә таң менән тороп баҫыу аша йәйәүләп балаларын мәктәпкә илтергә мәжбүр.
  • Яңы биҫтәлә - яңы йолалар
Хатта бында ашығыс ярҙам машиналары ла килеп етә алмай. Сәбәбе – юлдарҙың юҡлығы. Яңы биҫтәлә мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләре лә күп йәшәй. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина урындағы халыҡ менән осрашты.
Ҡырмыҫҡалы ауылының яңы биҫтәһендә йәшәүселәргә юлдан барғанда үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Машинаң менән батып ҡалыуың бар. Ҡырмыҫҡалы ауылының яңы биҫтәһендә юл тигеҙләүсе ауыр техника тауышы күптән ишетелгәне юҡ. Светлана Федорова 1-се төркөм инвалиды, 3 бала әсәһе. Ул бындағы Йүкәле урамында ғаиләһе менән 2022-се йылдан бирле йәшәй. Ҡатындың тормош иптәше әле махсус хәрби операция биләмәһендә ил тыныслығы өсөн көрәшә, бер туған ҡустыһы яу яланында һәләк булған. Юл булмау арҡаһында балаларға мәктәпкә баҫыу аша йөрөргә тура килә, ти ҡатын. Ләйсән Сафина иһә ата-әсәһе менән Ҡазан урамында тора.
Улар өлкән йәштә, шуға ла йыш ҡына ашығыс ярҙамды саҡырырға тура килә. Тик машина өйгә тиклем килеп етә алмай, ти Ләйсән. Бындағы урамдарҙа машинаның батып ултырыуы йыш күренеш. Марсель Чанышев ғаиләһе менән быйыл яҙ Ҡырымыҫҡалы ауылына күсенә. Бындағы тәрән йырындарҙы үтеү өсөн минең машина менән идара итеү тәжрибәһе етәрлек, тик балаларҙы мәктәпкә күпселек осраҡта ҡатыным илтә. Үҙем эшкә барғас улар өсөн борсола башлайым. Юлдар менән бәйлә мәсьәлә барлығын белһәк, бында, бәлки, күсенмәҫ тә инек, ти ир. Ә Рәфил Хәбибуллиндың машинаһы беҙ килгән көндө бөтөнләй ихатанан сығырлыҡ хәлдә түгел ине. Ямғыр яуған көндәрҙә тәгәрмәсте уратып алған ҡалын бысраҡ шаҡылдап ҡатҡан. Көндә таң менән тороп машинаны йүнәтеү хәҙер инде йолаға әүерелде, ти ир. Яңы биҫтәләге ҡайһы бер урамдарҙың исеме есеменә тап килеп тора. Ә бына Ҡырмыҫҡалы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов иһә юл менән бәйле эштәр яңы биҫтәләрҙә йыл һайын планға ярашлы башҡарыла, быйыл 5 урамда төҙәтеү эштәре үткәрелде, тип белдерҙе.Юлдарҙың тейешле сифатлы булыуын урында йәшәүселәргә көтөргә генә ҡала. Әгәр ҙә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәһә беҙ район, хатта республика кимәлендәге хоҡуҡ һаҡлау органдарына мәрәжәғәт итергә мәжбүр булабыҙ, ти бер тауыштан Ҡырмыҫҡалы ауылындағы яңы биҫәтәлә йәшәүселәр.