Мин – киләсәк педагогы

Өфөлә студенттар кампусының геном үҙәгендә Башҡортостан башлығы Радий Хабиров сығарылыш курс студенттары һәм йәш уҡытыусылар менән осрашты.
  • Мин – киләсәк педагогы
Сара "Мин – киләсәк педагогы" йыйылышы сиктәрендә үтте.
Лилиә Башҡорт Дәүләт Педагогия университетының 5-се курсында белем ала. Ул яҡшы уҡығаны өсөн ике йыл рәттән Башҡортостан башлығы стипедиаһын ала. Был осрашыуға уның һымаҡ бар яҡлап та өлгөр, яуаплы студенттар һәм йәш уҡытыусылар йыйылды.Бындай сараларҙың төп үҙенсәлеге – аралашыуҙа кәртәләр юҡ. Тәү сиратта, республика башлығы төбәктең мәғариф үҫеше тураһында һөйләне. Тап уҡытыусылар ярҙамында Башҡортостан уҡыусыларҙың күп ҡаҙаныштары менән маҡтана ала. Былар барыһы ла белем биреү сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Йыл һайын Берҙәм Дәүләт Имтихандарын йөҙ балға биреүселәр һаны арта. Башҡортостан уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашыусылар һаны буйынса илдең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде.Уҡытыусыларға уңайлы эш урындары булдырырға кәрәк, һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге был эш менән әүҙем шөғөлләнә. Киләһе йылда Өфөлә генә 16 мәктәп ремонтланасаҡ. Райондарҙа ла улар яңыртыла һәм яңылары ла төҙөлә. Яңы ярҙам төрҙәрен индерәләр. Мәҫәлән, республика шифаханаларында ял итеү өсөн гранттар йәки сертификаттар.
Педагог һөнәре иң мөһимдәрҙең береһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң яҡланмағандары, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уҡытыусыларҙы яҡлауҙың хоҡуҡи нормалары мөһим. Балалар хәҙер элекке кеүек түгел, мәғлүмәтте ҡабул итеү һәләте менән дә айырыла. Артабан Башҡортостан башлығы студенттарҙың һәм йәш уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар төбәк етәксеһенең инклюзив уҡытыуға һәм киләсәк мәктәбе образына ҡарашы, педагог һөнәренең абруйын күтәреү, яңы белгестәргә дәүләт ярҙамы саралары менән ҡыҙыҡһынды.Сара аҙағында республика башлығы Йыл уҡытыусыһы республика конкурсының кимәлен күтәреү бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ бер төркөм йәш педагогтарға рәхмәт хаты тапшырҙы. Радий Хәбиров слетта ҡатнашыусыларҙың бер һорауын да ихтибарһыҙ ҡалдырманы. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән дә осрашыу ҡаралған.