Быйыл Ағиҙел бассейнында ҡар ҡатламындағы һыу запасы башҡа йылдар менән сағыштырғанда 48 процентҡа күберәк. Үҙәнендә ҡарҙың ҡалынлығы уртаса 102 сантиметр, был да норманан 50 процентҡа юғары. Ошоно иҫәпкә алып ҡала хакимиәте махсус ҡарар ҡабул итте. Башҡортостанда һәм Өфөлә ташҡын һыуҙарын ҡабул итеүгә етди әҙерлек бара. Башҡалала ташҡынға ҡаршы 25 штаб, 11 күҙәтеү һәм халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 51 пункт булдырылды. Өфө ҡотҡарыусылар отрядының Ҡариҙел йылғаһы ярында урынлашҡан водолаздар станцияһында тәүлек әйләнәһенә дежур ойошторолған. Отряд ҡарамағында тиҫтәләгән техника, шул иҫәптән 20-нән ашыу кәмә һәм катер бар. Йылғалар ярҙарынан сыҡмаҫ борон белгестәр халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара. Инспекторҙар 1 мең ярым йорт һәм 30-ҙан ашыу баҡса ширҡәтендә булып иҫкәртмәләр таратҡан. 51 ойошма һәм халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 10 урын тикшерелгән. Ташҡын мәлендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бөтә хеҙмәттәре лә тулы әҙерлектә буласаҡ. алыҡты эвакуациялауға янғын һүндереүселәр ҙә йәлеп ителә. Әле улар күнекмәләрҙә ҡатнаша.Дөйөм алғанда ташҡын менән көрәшкә 2 меңгә яҡын кеше, 400-гән техника, 100-ҙән ашыу кәмә һәм катер йәлеп ителә. Улар ташҡын тамамланғанға тиклем юғары әҙерлектә буласаҡ. Ә 24-се марта Өфөлә ҙур күнекмә үткәреү ҡарала. Ҡала хакимиәтендә яҙғы ташҡындың интерактив картаһы булдырылған. Уның ярҙамында оператив хәл даими күҙәтелә. Ҡариҙел йылғаһында боҙ киткән дә инде. Әлегә башҡалары асылмаған. Гидрологтар белдереүенсә, уларҙа апрелдең икенсе декадаһында боҙ ҡуҙғаласаҡ.
Башҡалала ташҡын ваҡытында халыҡты урынлаштырыу өсөн 51 пункт булдырылды
Тулыраҡ: Башҡалала ташҡын ваҡытында халыҡты урынлаштырыу өсөн 51 пункт булдырылды