Йәмғиәттә күп бәхәстәр тыуҙырған 14 йәштән никахлашыу тураһындағы закон проекты яҡлау тапманы

Тулыраҡ: Йәмғиәттә күп бәхәстәр тыуҙырған 14 йәштән никахлашыу тураһындағы закон проекты яҡлау тапманы

Йәмғиәттә күп бәхәстәр тыуҙырған 14 йәштән никахлашыу тураһындағы закон проекты яҡлау тапманы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа был ҡанун проектына ҡайтанан әйләнеп ҡайтырға ниәтләйҙәр. Әммә инициатив төркөм закондың ҡабул ителеүенә артабан да ҡаршы сығыш яһаясағын белдерә, ә был ваҡытта республикала бындай никахтарҙың теркәлеүе дауам итә. Рәсәйҙә ғаилә ҡануниәтенең башында Петр беренсе реформалары тора. 19-сы быуатҡа тиклем теләгән йәштә никахлашыу мөмкин булһа, 1830 йылдан алып ҡыҙҙар 16 йәштән, ә егеттәр 18 йәше тулғас ҡына ғаиләҡора алған. Был үҙгәрештәр башҡорттарҙы ла урап үтмәгән һәм ошо осорҙағы этнографияны өйрәнеүсе ғалимдарҙың эштәрендә төрлөсә сағылыш тапҡан.Әлбиттә , йола буйынса ҡолаҡ тешләтеү, бишек туйҙары кеүек күренештәр һаҡланған. Ғаиләҡороуҙың тағы ла левират, был ағаһы үлгән үҫмерҙе еңгәһенәөйләндереүһәм сорорат, балдыҙын еҙнәһенә кейәүгә биреү кеүек формалары күҙәтелгән. Улар йыш күренеш булмаған һәм тик материаль күҙлектән сығып эшләнгән, тип белдерә тарихсылар. 1926 йылда Рәсәйҙә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн никахҡа инеү йәше тип – 18 йәш ҡабул итәлгән, шулай ҙа 18 йәшкә тиклемге ҡыҙһәм егеттәрҙеңөйләнешеү хоҡуғы һәр ваҡыт айырым ҡаралған һәм ҡануниәттеңбөгөнгәсә бәхәстәр тыуҙырыусы өлөшө булып ҡала. Рәсәй Федерацияһыныңғаилә кодексындағы 13 статьяға ярашлы, бәлиғ булмаған граждандарҙың никахын теркәүәлеге ваҡытта төбәктәрҙеңҡарамағына тапшырылған.2015 йылдың декабрендә закон проекты тәүге тыңлауҙа ҡабул ителәһәм шунда уҡ йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре инициатив төркөм туплап, пикетҡа сыға, ҡултамғалар йыя. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары закон проектын ҡабул итеүҙе бер йылға кисектереп торорға мәжбүр була һәм ул быйыл йәнә күтәрелеп, йәмғиәттә тағы ла бәхәстәр һәм ғауға ҡуптарҙы. Депутаттар беҙҙең менән осрашып хәлде асыҡлауҙан баш тартты. Никахҡа инеү йәшенең айырым осраҡтарҙа аҫҡы сиген күрше төбәктәрҙә лә билдәләгәндәр. Мәҫәлән Татарстанда ул — 14, Силәбе өлкәһендә 15 йәштән, тип ҡабул ителгән. Сикте 16 йәш тип билдәләүсе төбәктәр ҙә бар.Инициатив төркөм закондың ҡабул ителеүенә артабан да ҡаршы сығыш яһаясағын белдерә, ә был ваҡытта республикала бындай никахтарҙың теркәлеүе дауам итә.Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты биргән мәғлүмәттәр буйынса 18 йәшкә тиклемге граждандар менән теркәлгән никахтар һаны йылдан-йыл кәмей. 2012 йылда төбәктә барыһы 34 229 никах теркәлгән, уларҙың 275-е 16-ынан алып 18, ә 11-е 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашлығында.2013 йылда һандар бер аҙ юғары: 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең 17 никахы теркәлгән.2014-тәдөйөм никахтар һаны кәмеһә, 16 йәшкә тиклемгеләр араһында ул киреһенсә артҡан. Бөгөнгәҡарата был иң юғары күрһәткес булараҡ билдәле.

2015 йылда үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы никахтар дөйөм никахтар һанының 0.9 процентын тәшкил иткән. 16 йәшкә тиклемгеләр араһында ул 20 тапҡыр теркәлгән.Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса бәлиғ булмағандарҙың никашлашыу осраҡтары кәмеүе күҙәтелә.Графика 2. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы 18 йәшкә тиклемге ҡыҙ балаларҙың аборт эшләтеү осраҡтары тураһында киләһе мәғлүмәтте еткерә.2012 йылда 15 йәшкә тиклемге 8, 15-17 йәш арауығындағы 298 ҡыҙ аборт эшләткән.2013 йыл – 15 йәшкә тиклем – 1, 15-17 йәштәгеләр араһында 246 осраҡ теркәлгән.2014 йылда аборт эшләткән ҡатын-ҡыҙҙар араһында 5-һе 15 йәшкә тиклемге үҫмер, 180-е 15-17 йәш арауығындағылар.2015-тә – 15 йәшкә тиклемге 3 ҡыҙ бала, 15-17 йәштәрҙәге 151-е абортҡа барған.Үткән йылда, иһә, 15-17 йәш арауығындағы ҡыҙҙарҙың аборт эшләтеүһанының кәмеүе күҙәтелә.Графика 3.Һуңғы өс йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда әсә булыу ҡарарын ҡабул итеүсе үҫмер ҡыҙҙар һаны лә кәмей бара. 2014 йылда 14 йәшкә тиклемге – 3, 15-17 йәштәге 444 йәш әсә теркәлгән.Ике йыл элек 14 йәшкә тиклемге үҫмер ҡыҙҙарҙан – 4, 15-17 йәш арауығындағыларынан 346 сабый донъяға килгән.Былтыр 333 бәлиғ булмаған ҡыҙәсә статусын алған. Хеҙмәт юлын ЗАГС хеҙмәткәре булып башлаған Ғәфиә Абдулхай ҡыҙына бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында бихисап никах акттарын теркәргә тура килә. Ғәфиә Абдулхай ҡыҙы 18 йәше тулмаған ҡыҙҙарҙыңғына түгел, ә егеттәрҙең дәөйләнергә мәжбүр булыу осрағы шаһиты. Бик күп туйҙарҙы күргән апай, бындай өйләнешеүҙәрҙең бик һирәктәре генә теләп башҡарыла, күптәр ғаилә тормошона мәжбүри килә, тип белдерә. Һуңғыларына бер миҫал – улын бәлиғ булмаған ҡыҙға өйләндереүсе әсә менән телефон аша һөйләштек.Иртә енси тормош башлауға нимә этәрәһуңүҫмерҙәрҙе? Ошо йәһәттән Һеҙгә психолог фекерен еткерәбеҙ.Йәмәғәт эшмәкәрҙәре мәсьәләнең глобаллеген һәм уны тик ғаилә сиктәрендә генә хәл итеүгәҡалдырыу – яңылыш, тип һанай.Психологтар балаларға, бигерәк тәүҫмер йәшендәгеләренә, иғтибарлы, ихтирамлы булырға саҡыра һәм атай-әсәйҙәргә киләһе кәңәштәрен бирә.Бәлиғ булмаҫ борон ғаиләҡороуға аңлы рәүештә килеүсе парҙар һирәк, шундайҙарҙың береһе Салауат ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл Усманова менән интернет аша бәйләнешкә сыҡтыҡ.Гүзәлгә 17 йәш тулып үткәс, йәштәр мәсеттә никах туйын уҡыта, бер йылдан ЗАГС та ғаиләләрен теркәй, тағы ла бер йылдан уларҙыңҡыҙы Алина донъяға килә. Ҡыҙәле атаһы менән әсәһенәһеңлеһе Әмиләне үҫтерешә. Белгестәр өйләнеүөсөн иңҡулайлыһы 23 йәштән өлкәнерәк булыу тип белдерә. Тик шулай ҙа был аҙымға кеше психологик һәм материаль яҡтан әҙер булғанда ғаилә лә ныҡлы, балалар ҙа атай-әсәйле, йорт та нурлы, йәшәүе лә күңелле була, тип иҫкәртә.