Мәскәүҙә "Транспорт аҙнаһы" дауам итә

Тармаҡ форумында республика делегацияһына Башҡортостан башлығы етәкселек итә.
  • Мәскәүҙә "Транспорт аҙнаһы" дауам итә
Был ҙур осрашыуҙа ҡарарҙар ҡабул ителә, һөҙөмтәлә улар төрлө проекттарға әүерелә. Радий Хәбиров Росавтодор етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, шулай уҡ федераль трассаларҙа хәүефһеҙлекте арттырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Хәҙер республиканың транспорт тармағы өсөн Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү, Өфө тимер юлын үҫтереү, М-5 һәм М-12 трассаларын киңәйтеү мөһим. Форумда ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Рәсәйҙең транспорт министры Андрей Никитин менән осрашыуҙа Өфөнөң Көнъяҡ урау юлын һәм башҡа тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙы финанслау мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров федераль үҙәк менән берлектәге эштең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Ә Ространснадзор етәксеһе Виктор Гулин менән республика Башлығы төбәктә ауырлыҡты үлсәү-габарит контроле системаһын үҫтереү тураһында һөйләне. Башҡортостан транспорт күҙәтеүе өлкәһендә илдең алдынғы субъекттарының береһе булып тора, тип билдәләне федераль ведомство етәксеһе.