Автобустар көттөрә

Өфө районында урынлашҡан "Миловка паркы" торлаҡ комплексында йәшәүселәр яҡшылап автобустар йөрөмәүенә зарлана.
  • Автобустар көттөрә
Өфө районында урынлашҡан "Миловка паркы" торлаҡ комплексында йәшәүселәр яҡшылап автобустар йөрөмәүенә зарлана. Рейстар араһында ваҡыт ике сәғәткә тиклем барып етә. Транспорт министрлығы нимә уйлай һәм мәсьәләне нисек хәл итергә? Ошо турала сираттағы репортаж.
Кәнсергә балыҡ тултырылған кеүек хәл. Көн һайын халыҡҡа шығырым тулы автобуста үҙ эштәре буйынса йөрөргә тура килә. Йәмәғәт транспортына инер өсөн дә хатта сират торорға кәрәк. Шуға күрә ҡайһы берҙәре тороп та ҡала, һыймайҙар. "Миловка паркы" тигән торлаҡ комплексы тиҙ үҫешә. Бында бер-нисә йыл инде халыҡ автобустар йүнләп йөрөмәүенә зарлана. Уларҙың арауығы бик оҙаҡ. 135-се маршрут даими хеҙмәтләндерһә лә, мәсьәләне хәл итеп булмай. Йәмәғәт транспортының маршруттары электричкаларҙың теҙмәһе менән тура килмәй. Шуға күрә халыҡҡа оҙаҡ көтмәҫ өсөн такси саҡырырға кәрәк. Был мәсьәлә менән халыҡ Транспорт министрлығына йыш мөрәжәғәт итә.
Күрше ауыл һәм торлаҡ кварталдарында йәшәүселәр ҙә ыҙалана. Унда автобустар барып етмәй, һөҙөмтәлә 2 мең самаһы кешене 135-се һәм 213-се маршруттар ташып өлгөрмәй. Был юлы таңғы етелә тулы йәмәғәт транспортын күреп булманы. Сөнки, хәбәрселәр килер алдынан ҙурыраҡ автобус ебәргәндәр.Был урта класслы автобус оҙаҡ йөрөр микән, билдәһеҙ? Әммә, халыҡ әле һаман борсола. Сөнки, быға тиклем дә иртән бер тапҡыр шундай ҙур йәмәғәт транспорты ебәргән булғандар. Һуңынан хәл киренән үҙгәргән.Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, хәл контролдә ҡала. Белгестәр тикшереү үткәргәндән һуң, иртән һәм кисен автобустар 70 процентҡа ғына тула, тигән һығымта эшләгән. Был мәсьәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында ла яңғыраны. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, автобустар һатып алыу яйыраҡ бара, ә пассажирҙар көндән-көн арта. “Миловка паркы” торлаҡ комплексында йәшәүселәр көндөҙ маршруттарҙы йышайтыуҙы һорай. Сөнки, кемдер сәғәт 8-ҙән, кемдер 9-ҙан, бәғзеләре 10-дан йә 11-ҙән эшкә юллана. Шулай уҡ улар иртән һәм кисен ҙурыраҡ автобустар биреүенә өмөтләнә.