Осрашыуға 700-ҙән ашыу студент килде. Төбәк етәксеһе республиканың социаль уңыштары хаҡында һөйләне һәм уның Рәсәйҙә күп йүнәлештәр буйынса алда булыуын билдәләне. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы бындай сараларҙың төбәктең йәш профессионалдарҙы кире тыуған яҡтарына ылыҡтырыу һәм юғары квалификациялы белгестәр быуындарының күсәгилешлеге буйынса стратегияның мөһим элементы булыуын айырым билдәләп үтте. Осрашыуҙың бер өлөшө «һорау-яуап» форматында үтте. Йәштәрҙе төбәк иҡтисадының тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса саралар һәм уны үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, шулай уҡ Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырҙы. Аҙаҡтан Радий Хәбиров йәштәргә һөнәри уңыштар теләне һәм кесе Ватандың яҡташ студенттарға һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Мәскәүҙә Радий Хәбиров йәштәр менән осрашты
Мәскәүҙә Радий Хәбиров баш ҡаланың алдынғы юғары уҡыу йорттарында уҡыған Башҡортостан йәштәре менән осрашты.







