Борон-борондан баландың шифалы һәм файҙалы емеш икәнлеген яҡшы белгәндәр. Иглин хужабикәләре лә бөгөн ҡышҡылыҡҡа балан хәстәрләү менән мәшғүл. Хәбәрсебеҙ Ильяс Ҡотошов та ошо емеште йыйыу серҙәрен өйрәнде.
Быуаттар үтһә лә ауыл халҡы балан бүкәнләй. Был ысул быуын быуындан тапшырылып килгән тәжрибә. Бөгөн дә унан яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ тәртип юк. Бүкәнләгән балан ваҡытҡа ла, һауа торошона ла бирешмәй. Флүзә Хәкимова йыйған баландарын әлегә теплицаға элеп ҡуйған. Хужабикә һүҙҙәренә ҡарағанда, балан бүкәндәрен тәүҙә киптереү мотлаҡ, һуңынан иһә улар ҡыйыҡ аҫтына эленә. Туңған емештәрҙең кәрәкле өлөшөн генә һыуытҡысҡа ла һалыу уңайлы. Баланда лимонға ҡарағанда С витамины 70 процентҡа күберәк. Емештә флавонидтар, дубиль матдәләр, бесәй үләне лә бар. Белгестәр балан емешенең йөрәк сирҙәрҙе, ҡан баҫымынынан да дауалау сифатын белә. Тик баландың-берҙән бер етешһеҙлеге – уны бешергән саҡта таралған еҫ.
Йыйылған емеште таҙарталар, һутын сығарыу өсөн блендерҙа ла иҙәләр. Халыҡ медицинаһында тап ошондай баландың иммунитетты нығытыусы иң көслө ризыҡ икәнендә яҡшы беләләр.
Әсе баланды дөрөҫ әҙерләгәндә ул иң тәмле ҡайнатмаға ла әйләнә. Балан бешереүҙең иң боронғо ысылдарын да һаҡлап ҡалған Иглин хужабикәләре. Миҫал өсөн, табала әҙерләнгән балан бәлеше. Төп тәртип тәүҙә балан емештәрен айырым ҡайнатыу. Шунан һуң ғына балан эслеген ҡамырға һалып мейескә ҡыйыу. Бәлеште бешереү өсөн кәм тигәндә лә ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда баландың тәмен уның үҫкән еренә бәйле. Әммә был емеште яланда йыйаяһыңмы, урманда тирәһеңме- баландың дауалау үҙенсәлеге үҙгәрмәй. Иглин хужабикәләре әйтеүенсә, балан ул тәмле ризыҡ ҡына түгел. Ҡыҙыл төҫтәге емешетәр тәбиғәттең кешеләргә биргән дауаһы. Шуға күрә әсе балан тәменән ҡурҡырға ярамай. Бары тик баланды дөрөҫ бешерә белеү генә шарт.







