Байрам табынына тәмле былау әҙерләнде. Уны беҙҙең хәрби хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин тәмләп ҡараны.
Координаттар алынғындан һуң ҡыҫҡа ҡына ваҡыт эсендә “Град” ҡоролмаһы экипажы ут һыҙығында. Ҡеүәтле залп һәм Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге сираттағы дошман нығытмалары көлгә әйләнде. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Алексей Сухоруков исемендәге реактив артилерия батареяһы яугирҙары һөнәри байрамын да эш өҫтөндә билдәләне. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял мәлендә яуҙа һынатмаған хәрбиҙәргә Рәсәй оборона министрлығының ведомство миҙалдары, Башҡортостан республикаһының дәүләт наградаһы-Шайморатов миҙалы, 25-се дөйөм ғәсҡәр армиһы һәм 67-се мотоуҡсылар дивизияһы командованиеһының рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Электроник” ҡушаматлы яугир ҙа бар. Бүләкләү тантанаһынан һуң байрам табыны. Өҫтәлгә утта бешкән хуш еҫле былау ҡуйылды. Алексей Сухороуков батареяһын полктап шаяртып “Стәрлебат” тип йөрөтәләр. “Боксер” ҡушаматлы комбат үҙенең тирәләй яҡташтарын йыйған. Шуға ла яуҙа ауыр йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, госпиталдә дауаланып сығып яңынан сафҡа баҫҡан. Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө уңайынан полктың алдынғы идара итеү пунктында ла бүләкләү тантанаһы үтте. “Ҡаһарманлыҡ” ордены миномет батареяһының “Ғәзи” ҡушматлы командирына, икенсе дәрәжә батырлыҡ миҙалы “Француз” ҡушаматлы яугирға тапшырылды. Уларҙы полк командиры шәхсән тәбрикләне. Заманса яу шарттарында артиллерияның әһәмиәте ысынлап та баһалап бөткөһөҙ. Мөғин Нагаев исемендәге дивизион, Алексей Сухоруков исемендәге батарея һәм мотоуҡсылар батальондарының миномётсылары эшләгәндән һуң, яу яланында ысынлап та тынлыҡ урынлаша.







