Өфө-Аренала йыр-моң байрамы

Унынсы тапҡыр "Татар йыры" фестивале уҙҙы.
  • Өфө-Аренала йыр-моң байрамы
Уның сиктәрендә йәш артистар һәм танылған артистар сығыш яһаны. Тамашасылар хәтерендә сағыу сара ниндәй эҙҙәр ҡалдырыуы хаҡында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина үҙе белеп, тамаша ҡылып ҡайтты.
Сараның беренсе минуттарынан алып зал алҡыштарға күмелде. Башҡаса мөмкин дә түгел ине. Сөнки Өфөлә үткән "Татар йыры" фестивален башҡорт һәм татар тамашасыһының яратҡан йәш башҡарыусыһы Марат Яруллин асып ебәрҙе. Шуға ла яуаплылыҡ хистәрен кисерәм, тип бүлеште йәш йондоҙ.
Тыуған яҡтарға ҡайтып тамашасыны үҙ йырҙарыбыҙ менән ҡыуандырыу шәхсән үҙем һәм дөйөм алғанда ижади төркөм өсөн үтә лә шатлыҡлы ваҡиға, тип бүлешете Гөлназ Асаева. Тамашасыларҙы үҙенең йырҙары-моңдары менән Азат Фазлыев та ҡыуандырҙы. Миңә ҡалһа, был сараға һәр артист үҙенсә ныҡлап әҙерләнеп килә: зауыҡлы костюмдар, сифатлы музыка, сөнки "Татар йыры".
Шәхестәребеҙҙең исемдәре, моңдары ҡалыр беҙҙең күңелдәрҙә мәңгегә. Актер, йырсы, РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фидан Ғафаров быйыл яҡты донъянан китеп барҙы. "Татар йыры" фестивалендә уны иҫкә алыуҙы Өфө-Аренала ултырған барлыҡ тамашасылар ҙа хуп күрҙе һәм юғары баһаланы. Фидан Сафа улы Ғафаров иҫтәлегенә бағышлап Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев «Аҙаштым» йырын башҡарҙы. Шулай уҡ, Татарстандың халыҡ артисы Илһам Шакировты ла иҫкә алдылар. Уның иҫтәлегенә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Филүс Ҡаһиров һәм репер Шәкүр «Бик йыраҡта инек беҙ» йырын башҡарҙы.
Сара эстәлегенең кимәле барыһын да таң ҡалдырҙы. Алып барыусылар үткәргән интерактивтар барыһына ла хуш килде. Артистар араһында шулай уҡ инде күптән танылыу яулаған Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдинов та бар ине. Тамашасылар дуҫ республиканан килгән артистарҙы бик йылы итеп ҡаршы алды, быны ойоштороусылар ҙа әйтә.
Тамашасылар араһында абруйлы ҡунаҡтар ҙа бар ине. Ул да булһа Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев. Үҙем концерт ҡарарға һирәк йөрөйөм, тик "Татар йыр"ын ҡалдырырға тырышмайым, ти танылған артист. Быйыл Өфө-Аренала үткән "Татар йыры" фестивале сиктәрендә 20 ашыу йондоҙ сығыш яһаны. "Башҡортостан 24" телеканалы сараның рәсми мәғлүмәти партнеры булды. Проектҡа йомғаҡ декабрьҙа Ҡазанда яһаласаҡ.